letras.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

letra de яҙылмаған хистәр (unwritten feelings) - yalaguy

Loading...

[интро: yalaguy]
меңләгән йондоҙҙар арыһында

[куплет 1: yalaguy]
булды етәр
ҡуям һуңғы нөктәне, етәрлек бүләк иттем көндәр
дуҫтар күрҙе нисек мин йоҡламай төндәрен ырғыттым аҡ ҡағыҙға хистәр
яҙҙым ниҙәр – йылдар буйы сәнсеп һаҡланды был йөрәгем һандыҡта
ырғыттым ҡағыҙға, һуңынан ауыртыуҙар тартып алды дуҫ – микрофон
юҡ – булманым качество һәм эталон
юҡ – тартманы брендар салон
ярҙам булhын hинеңә ижадым, һөйләмдәрем арттан эшелон
ҡалдырамын был нигеҙ бетон, төҙө иптәш яңынан вавилон
яратам тигәндә яраттым hәм йәнем алдамай еткерзе тойғоhон
беләмен, ышанманың минең эштәргә
ләкин мин ҡалдырамын йәнем өлөшөн мәңгелеккә мираҫ
ҡалдырҙым дарыуҙар йәшәүем булманы, күҙ алдынан юғалған мираж
аңланым сәнәғәттең хаҡын, алтындың хаҡы юҡ, минең өсөн хаҡ ул йәнемдең киңлеге ундағы йылы биргән ялҡын
ғазапланып ҡарашым булhа ла hалҡын
ҡалдырам һинеңә, ҡалдырам үҙемдең ҡәҙерле ваҡытты, ҡалдырам биттарға һалынған мәңгегә йөрәгем тауышын…

[ҡушымта: yalaguy]
меңләгән йондоҙҙар арыһында әйләнә бер тамсы был ер шары
яҙылған ғүмерҙең өҫтәренән яҙабыҙ һүҙҙәрҙе беҙ тик бары
хоҙай биргән беҙгә бүләктәргә туя алмай донъя һуғыштары
башҡалар ялҡаулығы өсөндөр тултыра кемдер тағы ла дары

[куплет 2: yalaguy]
ҡысҡырҙылар үткер һүҙҙәрен
ҡараған булдылар көлөшөп , яҙған була йырҙар, әммә юҡ кеҫәлә наминал
һинең юҡ ғүмерҙә бер ниҙә, лайыҡ тик көлкөгә, ә йөрәктән был тутыҡ кинжал
еңел шул кешенән көлөүе, ә ҡыйын тик ярҙам итеүҙәр
һәм күптәр аңламаҫ был ысын тойғолар, йүгерер көтөүҙәр
йүгерер күҙ алдан ғүмерҙәр
аңламаҫ барыһы уларҙың яҡшылығы өсөн төҙөлгән ҡатмарлы әҫәрҙәр
күрмәйсә кешенең йөрәген – уйланмай әйтелгән һөйләмдәр
ҡалдыра яралар, күптәр еңелә, юғала хыялдар төҙөргә
мин әйттем етәрлек, ә ҡалған күргәнем ҡалһын дуҫ йөрәктә
бәхетле булығыҙ һәм һайлағыҙ юлдар үҙегеҙ
беләгеҙ барыһын, тимәк атлағыҙ һеҙ яҡтыға
хоҙайҙың васияты менән яҙһын бөтәһен дә күрергә ожмахта
һайлағыҙ йәндәрҙә яҡтылыҡ һәм атлағыҙ ҡурҡмай ҡуласа һуҡмаҡтан
һәм иҫләгеҙ һәр саҡ һеҙҙең бар һайлауҙар яҙыла
яңлышҡандар аҫта, боҙҙары ярыла
ғәфү ит – һораған йөҙөндә яҡтылыҡ сағыла
был ғүмер һайлауҙар аяҡ аҫты беҙҙең ҡатламдар быяла
бик матур кешеләр, хатта был яҡшылыҡ дөрөҫтән ояла
ә минең хистәрҙең асыҡлығын белергеҙ теге донъяла
шағир берҙе китә, ә уның яҙмалары ғына мәңгелеккә кеше йөрәге яраларын ала
шағир берҙе китә, ә ижад тағыла йөрәктәргә йәшәү өмөтө емештәрен һала…
шағир берҙе китә, ә күңеле уның үтә тойған тормошто бала
һәм күрәһең мәңгегә ул шулай ҡала…
һәм күрәһең мәңгегә ул шулай ҡала…

[ҡушымта: yalaguy]
меңләгән йондоҙҙар арыһында әйләнә бер тамсы был ер шары
яҙылған ғүмерҙең өҫтәренән яҙабыҙ һүҙҙәрҙе беҙ тик бары
хоҙай биргән беҙгә бүләктәргә туя алмай донъя һуғыштары
башҡалар ялҡаулығы өсөндөр тултыра кемдер тағы ла дары
меңләгән йондоҙҙар арыһында әйләнә бер тамсы был ер шары
яҙылған ғүмерҙең өҫтәренән яҙабыҙ һүҙҙәрҙе беҙ тик бары
хоҙай биргән беҙгә бүләктәргә туя алмай донъя һуғыштары
башҡалар ялҡаулығы өсөндөр тултыра кемдер тағы ла дары

letras aleatórias

MAIS ACESSADOS

Loading...