letras.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

letra de шаршау (sharshau) - тартай/фил mc (tartaj/fil mc)

Loading...

[intro: тартай]
йеу… фил мс, тартай… бер юл… һә… шул уҡ…

[куплет 1: тартай]
ышанмайым йондоҙҙарға улар күктән алдай
тормош тылсын тиһәм, юғала тәм балдай
кеше яҙмышына һандар, үлсәүгә һалына
бәлки ышанмаҫһың, ут һүнһә ҡабынмай
минең хистәрем юҡ, ҡәләм ҡағыҙҙарға
минең хистәрем стенаға, ватыҡ йоҙроҡтарҙа
һүҙҙәр менән киҫеп мин мәғәнә табам
ышанмаған һәм түҙмәгән, ялтырата табан
ябай ғына ләкин был сәскәләр йырҙа
бергә бер сыҡҡандар, дуҫ булайыҡ тимәй
шул уҡ мин бутҡала, шул уҡ томанлы был бүлмә
әй, илһам ҡошо, ҡайҙа һин үлмә
әфәндем аптырар ә мине ҡабат үлтерҙе
отряд иҫәрләнгән, яндыра күперҙе
ҡамыр баҫылғас күперҙе күрмәй күҙлектәре аша
киң балаҡтар белә, хаҡһыҙарҙы һаҡлай шаршау

[куплет 2: фил mc]
башҡорт рэпперы ҡыҙғаныс та көлкө лә
төп башына ултырта хәйләкәр төлкөләр
тылсым, бар исем афишала һиңә өлгөлөр
инфо соҡоп ултырғанда килеп һиңә төртөлөр
бер саҡ, урамдарҙа бысраҡ мин дә юғаласаҡмын
бала саҡ рэпҡа башҡаса юлыҡмаясаҡмын
аҡсаңды күмеп ҡуй баҡсаңа
буратино, кәләш итеп ал теге ҡаҡсаны
унан текһен мейеңде ҡыҙыл еп менән
эшкинә, йәтеш кенә, төшкөрәм, төш күрәм
донъяла бер йәшәйбеҙ һеҙҙе ғәйепләмәй
кеше булараҡ үҫер кәрәк шуны теләйем
был баҫҡыста ҙур аҙым яһаным аҫҡа
булып ҡалам ысын, унда тыныс һәм юҡ аҡса
рэп йондоҙ мөхәббәт менән туйҙыра ҡолаҡты
рок йондоҙ һыҙаты, табып ҡуям ҡомаҡҡа тоҙаҡты

[куплет 3: тартай]
ваҡытты алдап ҙур үҫеп ваҡыт ҡалдырҙы яралар
әйтсе ниңә ваҡыт, яҡынайманы аралар
йөрәкте микроға һыуыҡ урамдан күңелгә
йылдар буйы төҙөгәнең ҡышҡы ҡарҙарға күмелә
мин беләм бро, был хыялдар ҡайҙа алып бара
һуңғы туҡталышҡа тиклем, йыраҡ әле, ҡара
янып бөтөп уттан нимәгә һуң әйләнербеҙ
әйтсе, әйтсе, нимәгә һуң әйләнербеҙ

[куплет 4: фил mc]
кемдәр уҡый һәм уҡыясаҡ
өҫтә бөтәһе яуап тотасаҡ
тартай, туҡай тышта эт өрә
селтәрҙә кемдер төкөрә

[outro: фил mc]
тамырҙар ауылдан, андеграунд унда
сикһеҙ шатмын киҫешкәнгә юлдар
тамырҙар ауылдан, андеграунд унда
сикһеҙ шатмын киҫешкәнгә юлдар

letras aleatórias

MAIS ACESSADOS

Loading...