letras.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

letra de терпе (hedgehog) - kem? икәне s.e.r. (kem? ikane s.e.r.)

Loading...

[«терпе» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «терпе»]

[куплет 1: s.e.r.]
был түгел арҙан кино, яһалма римэйктар
юҡ бүтән бындай шағир, тыумаған бындай битмэйкер
беҙҙе ишеткәндәр, ишетәсәк, ләкин һуңғараҡ
бст, юлдаш ҡабыҙ, реклама ниндәй булһа ла
(-гудок-)
тауыш аҫтында бар ғүмерем
бик ҡаты дөрөҫлөктән дә мине йәлләмә
шәйлә минең шәүләне, хатта шәл бәйләгәндә
мин бәлки был заман был һүҙҙәрҙән үрермен күпер
кемдең теше үткер? бөтәһе лә күрер, ауыҙын аса
тегендә йәки бында, бында йә тегендә, артында ҡалды елдәр, ватылды асфальт
рэп – алдынғы маҡсат, һин беләң, беләң аңлай алмауыңды
һис шикһеҙ, беҙҙең исемдән[?] ихлас тигән көсөк лауылдай
кем теләне, керҙе, мин астым йөрәгемде
йәшәргә өйрәтмә, һиңә ҡарап, йәшәргә өйрәнермен
ярлыҡау кәрәкмәй, әгәр алдан өҙһәң телде
беҙҙең хаталарҙы төҙәтте томанда йөҙгән терпе
[куплет 2: kem?]
тикшереү [?] башты, минең уйҙар башта тыуа
был миңә иң яҡын эш, уны ташлап булмаҫ
бөтәбеҙ ҙә underground, бөтәбеҙ ҙә баҙҙа һата[?]
тик бер нисәү генә билеттарын[?] – мөхәббәтле йырҙар
еткәндер, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине, аҫылынһаң
епкә бәйләнеп, һиңә әйтәм мин, тыңла
миңә һинең рэп оҡшамаҫ, нисек әйләндерһәң дә
мин һеҙҙе һүҙ менән өтәм, ҡолап китмә абайлап
көндәр үтә, һинең рэп балҡып-янып һүрелә
ә минеке төтәр төптән[?], теҙәм һүҙҙәр
төтәр ҡара төтөн булып, һеҙҙе ағыулап,[?] көтөгөҙ
кемгәлер саф һауа күрһәтермен, төрттөрмөн
мин һеҙгә ҡаты ебәрәм янып киткән[?] көкөрт ул
ижад беҙҙең оҡшамаһа, һинең битеңә төкөрөп
өлгөр һөртөнөп, беҙҙең һүҙҙәр ямғыр һымаҡ
һин шәкәр, хәҙер ҡайтмаһаң, һине иретәм бөтөрөп!

[куплет 3: s.e.r. (һәм kem?)]
уң аяғым – хип, һул аяғым – хоп
рэп – минең донъям, тормош сценарийһы шундай эләкте
ҡабат ҡабатлап ҡабатлауҙы, аңлар өсөн текәлекте
минең янымда тик урал, беҙҙең алда тик офоҡ
ҡайҙа беҙгә ҡаҙғандар соҡор? улар ауҙан ташланы
өҫтөмә ырғыта шәм, абын, минең ҡул һуҙыр ярҙам
торамын ғорур, ғорур уралтауҙай
беҙҙең нәфрәт ҡағыҙға яҙылған, аҙашҡан туҙанда
был рэп tv өсөн түгел, был йөҙөк[?] гәзиттә
һин ялҡтың был дуэттан – алып бәр ситкә!
эйе, улар икәү, барлыҡ донъяға ҡаршы
беҙҙең эстә шашына ташҡын, был оло юлдың башы (yeah, yeah)
[куплет 4: kem?]
миңә һаман асыҡ түгел, нимә оҡшай, ә нимәһе юҡ
аслыҡтыр ул миндә, ҡасып ҡотол тиҙерәк!
һөйлә миңә, нисек һиңә башрэп оҡшай, тип
мин көлөп ҡоҫоп алғас, әйтермен: «шулайҙыр»
әллә мин йәш булғанға, һүҙ ҡушам ололарға
беҙҙең һүҙ йыш әсетә, ул һайланған тоҙлоларҙан
ниндәй генә хип-хоп булмаһын, билдәһеҙ билдәлегә
ташлана һүҙҙәр менән. ә һин нимә көттөң? өйрән, әйҙә!
һөйлә миңә, нисек шәп уҡый танышың?
мин яҙмаларҙы бирҙем, ул шәм ҡуйып һаташты
тыңлап ҡара: беҙҙең стиль – көнбайыш аҡш
бөтөрбөҙ[?] башыңды, күп итеп шашындың!

letras aleatórias

MAIS ACESSADOS

Loading...