letra de юғары (up) - s.e.r. (bashkortostan)
[интро: lenar15kh]
атһын яңы таңым
мин
таңын
яратамын
[куплет 1: kemul]
ҡайҙа минең шатлыҡ? упс, юғалттым. ошо яҙыуҙамы?
ҡыҙарыуҙан ус менән ҡаплайым битемде, шул уҡ ялҡауланам
иҫәр, йүләр, намаҙға баҫмаған башҡорт егете, үҙемә асыуланам
йәш егерме ике
башыңда мейе етерме?
етмәгәс инде табырға үҙеңдекен
сөнки стиль – eminem
һинең кеүектәр – етерлек, артабан дауам булһа дәрәжәң иҙелер
әжәл түшәге көтөр тиҙҙән
һуңынан була һуң, һинең һауа күп, һула-һула
тик абайлап, һөрөм еҫен һиҙһәң
изге күңелле ен төтөндән сыҡмаҫ, көтөп тә торма
улар һәр береһе муындан һыға һәм үлтермәй
тере кеше интегә күберәк дөрөҫмө?
ләкин һәр икенсе үлгән, әммә йонсоу кәмемәй
битһеҙҙәр күберәк – минең төкөрөккә урын юҡ. ха!
әйткәндәй, бөтәбеҙгә лә юҡ, белмәһәң
беҙҙең кеүектәр кәмемәгән, беҙ бөтмәҫ-төкөнмәҫ ҡыйлыҡ
шул критерийға һәр береһе эләгә
теремекле күренһә лә, эстә һаҫый һөлдәһе, ул ҡаса бынан, сөнки насар дөрөҫлөгө
эстән бикле тотоу, уны асмаҫҡа өҫтөнлөклө
кемдер бата көлкөнән бынан, эсе ҡата – өйрәнгән быға
биттә беҙҙең йылмайыу, ә төйөрләнә тамаҡ
быны яттан беләбеҙ, өйрәтмәһәләр ҙә
нисек батырға тормошта, өйрәтмәһәләр ҙә
беләбеҙ беҙ
урының айырым бар, һинең күмергә теләгеңде
ерләнеләр, үҙеңде лә, һүҙһеҙ генә
тупраҡ ырғыталар, һинең ун бишләгән трек та диплом
нимә телеңде йоттоң?
ҡысҡыр, һөйлән, һүген, ила, мыжы, ярһы, һыҙлан, ҡыуан, ҡыуан!
[ҡушымта: lenar15kh]
атһын яңы таңым
мин таңын яратамын
үткән юлдарҙың
ҡояштың үпһә нурҙары
көндәр ағалар-көләм, йылмаям
ниҙәр булмаһын
киләм юл ярып юғары!
юғары!
[куплет 2: s.e.r.]
һинең артта янған юлдар
тормош диңгеҙҙе аңлап булмай,һәм һин яңғыҙ аҡтың
һине хаталар тиҫкәре яраларға биҙәне һәм аҙаҡҡа яҡынайтты
тәжрибә һәм үкенестәр барлыҡ йыйған байлығым
ҡабат таң атыуға айныным
минең артта алынмаған үрҙәр,һалынмаған ҡултамғалар
өмөттәр, хыялдар, мөхәббәт йылмайған-барыһы ҡала ҡулланмаған
уйланым егет кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ, береһендә лә иң яҡшыһы була алмаһа
күберәк һулап һауа, эҙләп мәғәнә баттым, ҡалҡманым-ҡатмарлы юл аллаға
ҡулға алам ҡулдарҙы ҡалтыраған – уйҙарым ҡайнар юғалмаған!
эҙләнем донъяла урын шаҡып тәҙрәгә,ҡунып тупһаларҙа
татыным ҡатыһын гел ҡурҡып һуңға ҡалһам
ун дүрттән ут төртәм тормошҡа, бар боролоштар
мине ташланы иң төпкә, ашҡынып көткән тулҡын юҡ һаман да!
әйләндер был донъяны һәм мин булырмын иң өҫтә
күп кәрәкмәй тормоштан, ләкин яҙмыш тултырып өҫтәй
шешәне ватып киҫергә ине аяҡҡа бәйләнгән ташты, туҡтат ерҙе, минең әйләнә башым, ҡыҙыл-аҡ–башҡа юҡмы ни төҫтәр?!
ә юл аҙағында утты күреп ҡурҡырға һуҡырмын
мин өҙөлгән өмөттө ҡуйҙым ҡабатлауға, өҫтөнә турыһын уҡыным
ҡапҡастар кеҫәләге бар күңел яраларын ямай алманы
ярамай-аңлайым, ләкин өҙәм ҡабат һәм ҡабам алманы!
дауамын йә күңел, йә үлем талап итә
уйынға тамам(!) тиһәм,эттәй муйындан талап китә!
ҡалмай биттәр, ябам дәфтәр һәм нәфрәтем асам
мин ғәҙәт кешеһе, эйе, һәм бар ғәҙәттәрем насар
шулай йәшлек үтте, йәшел бүлек, түктем йәшем күпме
бөгөн шәмбе түгел, ләкин шәмдәр һүнде-шәпме, үлем
“һинең йырҙар мәғәнәһеҙ – үкенеүҙәр, эске!”
ләкин һин дә данлар инең шуны, күрмәй икенсеһен!
[бридж: lenar15kh]
бик иртә аҙаштыҡ
бәхеткә юл һалып
ила, ҡыуан, ярһы
өҫкә яуһын ямғыр –
бар эҙҙәр юғалһын
[ҡушымта: lenar15kh]
атһын яңы таңым
мин таңын яратамын
үткән юлдарҙың
ҡояштың үпһә нурҙары
көндәр ағалар-көләм, йылмаям
ниҙәр булмаһын
киләм юл ярып юғары!
юғары!
юғары!
letras aleatórias
- letra de orange peel - gayle
- letra de like you do - b a n (singer)
- letra de geeked - ca$h $temz
- letra de nur bei dir - provinz
- letra de agujas de pajar - kyotto
- letra de mushroom cloud - tempesst
- letra de ku kan menunggumu - rassya
- letra de facetime - sixto rein
- letra de red dot - lagloinski
- letra de pangeran tidur - un1ty