letra de ҡайтмаған һайын (every time he doesn't come back) - rena rnt
Loading...
китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып
ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып
көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда
хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда
бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап
туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап
ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым
күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын
күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде
минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде
улың- дәрүиш, тора алмай һис бер урында
мин яратам һине әсәй, шуны онотма
нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың
күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың
тик ниҙәр һинең күңелеңдә – юҡ һорағаным
мин бит һәр саҡ юлда, бына- китәмен тағын
letras aleatórias
- letra de lost - tfg bigz
- letra de kein fick - pedaz
- letra de hello hi - big narstie
- letra de mash the gas on em - papoose
- letra de onnit - riddim commission
- letra de mota - league of starz
- letra de taher diss - patrick star
- letra de round 2 (eddie clutch diss) - josh roasta
- letra de webs - altessa
- letra de poppin' - prynce montana