letra de шоу-бизнес (show business) - инсан (insan)
[куплет 1: инсан]
башҡортостан илендә шоу-бизнес тигән бер нәмә
саҡ сәскә атып килә, матурайып, үҫеп килә
ләкин әле бөгөнгә шоу тигәне лә юҡ
бизнес тигәне лә юҡ, ләкин йондоҙҙары күп
бына беҙҙең илдә генә рок-төркөм “zindan” тигән
бөтә составы тора тик бер генә кешенән
уникум, тимур вәлитов, ниңә һуң
крутой рокер булғас, шундай ҡыҙыҡ йырҙар яҙа һуң?
эйоу, һиңә бер кәңәш бирәйем, брат:
ҡайт та әсәйеңә йырҙарыңды тыңлат
мәҫәлән, “кабельное tv” йырын йырлат
“тоҡана стояк”, “на общак” нимәләр икәнен аңлат
ә абдрахманов йырҙарын, хәтәр хәрәкәттәрен
бөтә донъя кимәленә күтәрергә кәрәктер ул
майкл джексон ултырыр, бер һоҡланып ҡарар ине
“бындай мөғжизә ҡайҙан килгән икән?” тип уйлар ине
беҙгә барыбер! күңелле маймыллана(һы)ғыҙ
һеҙҙең урын сәхнәлә түгел, аңлағыҙ!
шаяртыр алдынан, әҙерәк башты эшләтеп ҡарағыҙ
беҙҙең башҡорт милләтен оятҡа ҡалдыраһығыҙ!
[ҡушымта: инсан]
шоу тигәне лә беҙҙә юҡ!
бизнес тигәне лә беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес юҡ, ләкин йондоҙҙар күп!
шоу тигәне лә беҙҙә юҡ!
бизнес тигәне лә беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес юҡ, ләкин сүп-сар күп!
[куплет 2: инсан]
башстайл – молокососы в отсос
жалкое подобие 50 cent’ос
егет, һиңә ипләп әйтәм: ауыҙыңды үлсәп ас
әгәр ҙә мине күрһәң, дуҫҡайыңды тот та ҡас!
ямғырҙан һуң килеп сыҡҡан бәшмәктәр кеүек
йондоҙҙар тигәндәре хәҙер хәтәр күп
кем бында? кем? күптән буталдылар
автограф алдылар, ә исемен оноттолар
шау-шоу, йәшлек шоу
күп урындар буш, юғалған[?] тамашоу!
килгәндәре лә күбеһе перваш
йыл рэпперы тағы ла mc…
йәш йөрәктәр, отдыхайте
мин башҡа һеҙҙең менән түгел, goodbye’те!
аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
тамашасылар йыялар, тағы студенттар керә
[ҡушымта: инсан]
шоу тигәне лә беҙҙә юҡ!
бизнес тигәне лә беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес юҡ, ләкин йондоҙҙар күп!
шоу тигәне лә беҙҙә юҡ!
бизнес тигәне лә беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес беҙҙә юҡ!
шоу-бизнес юҡ, ләкин сүп-сар күп!
[куплет 3: инсан]
продюсер ағайҙар, һеҙгә кәңәш бирәм:
кешене сәхнәгә сығарыр алдынан
күҙҙәренә ҡарағыҙ, йырҙарын тыңлағыҙ
сығарырға юҡ микән тип ныҡ итеп уйлағыҙ
кеҫәләрҙе тултырам тип арҙан тауар һатмағыҙ
ошо кеүек йырҙарҙан башҡорт йәштәрен һаҡлағыҙ!
letras aleatórias
- letra de a world without danger (from "code lyoko - juanma rios
- letra de in the absence of pain - darkane
- letra de roxy's lullaby (dead girl) - patty bladell and nonny thompson
- letra de he said she said - hue and cry
- letra de no cierres los ojos - patricio manns
- letra de the turtle which died before knowing - lilys
- letra de garden of eden - country joe mcdonald
- letra de pos cui cui ri - pedro infante
- letra de romanticide - combo audio
- letra de arrow - mr. big