letras.top
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

letra de shulgan - ay yola

Loading...

[«shulgan» йырының һүҙҙәре]

[куплет 1]
ике улына йәнбирҙе
төшөндөрөп биргән тей
тешәр сағығыҙ үтмәгән дә
быуынығыҙ ҡатмаған
һыуһағағыҙ уйында
ана аҡ һыу эсегеҙ
ҡабырсаҡҡа тултырғанды
ҡандан ауыҙ тартығыҙ
ике улына йәнбирҙе
төшөндөрөп биргән тей
тешәр сағығыҙ үтмәгән дә
быуынығыҙ ҡатмаған
һыуһағағыҙ уйында
ана аҡ һыу эсегеҙ
ҡабырсаҡҡа тултырғанды
ҡандан ауыҙ тартығыҙ

[куплет 2]
шүлгән ҡан эсергә уйлаған
атаһы тыйғанын белһә лә
ҡабырсаҡтан эсә күрмә
атаһы әйткәнен белһә лә
шүлгән, уралды димләп
ошолай тип әйткән ул уралға
ҡабырсаҡты асайыҡ, hәр беренән
аҙ-аҙлап берәй тамсы эсәйек
«йәнде ҡыйып һунарлау
ҡомарлы эш
һыуһағанда ҡан эсеү
тәмле нәмә
атам йоҡо ҡалдырып та
икәүе көн дә ҡайғырып та
аяҡ-ҡулдарын талдырып
йөрөмәҫ ине улар һунар, тип икәү
ҡабырсаҡты асайыҡ, hәр беренән
аҙ-аҙлап, ҡандың тәмен беләйек»
[инструменталь соло]

[ҡушымта]
шүлгән батыр
ниңә тура юлдан яҙҙың
йола боҙҙоң?
шүлгән батыр
ата һүҙен һин тотманың
дейеү булдың

[инструменталь соло]

[куплет 1]
ике улына йәнбирҙе
төшөндөрөп биргән тей
тешәр сағығыҙ үтмәгән дә
быуынығыҙ ҡатмаған
һыуһағағыҙ уйында
ана аҡ һыу эсегеҙ
ҡабырсаҡҡа тултырғанды
ҡандан ауыҙ тартығыҙ
ике улына йәнбирҙе
төшөндөрөп биргән тей
тешәр сағығыҙ үтмәгән дә
быуынығыҙ ҡатмаған
һыуһағағыҙ уйында
ана аҡ һыу эсегеҙ
ҡабырсаҡҡа тултырғанды
ҡандан ауыҙ тартығыҙ

letras aleatórias

MAIS ACESSADOS

Loading...